ИҪКЕ ТЫРБЫЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 563 кеше; 1920 — 698; 1939 — 501; 1959 — 339; 1989 — 161; 2002 — 124; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1693 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр Тырбый исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1795 й. 54 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 47 йортта — 274 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, тирмән теркәлгән. 20 б. башында Яңы Тырбый а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке