Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/A/AGIDEL_KARTA.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/A/AGIDEL_KARTA.jpg'

АҒИҘЕЛ, БР‑ҙағы ҡала. Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа 250 км һәм Яңауыл т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа табан 100 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 53 км2. Халҡы (мең кеше): 1980 й. — 0,8; 1989 — 16,8; 2002 — 18,7; 2010 — 16,3. Милли составы (2002): башҡорттар 41,7%, урыҫтар 35,7%, татарҙар 14,8%.

А. ҡара төҫтәге нефть продукттарының нефть терминалы, “Джут-СТ” ЯСЙ (силикат кирбес етештереү), “Терминал-Ағиҙел” ЯАЙ һ.б. эшләй. Ҡалаға тиклем Горький т. юлының Ағиҙел—Әмзә тармағы үткәрелгән, Ағиҙел—Арлан автоюлы ҡаланы Дүртөйлө—Нефтекама автомобиль юлы м‑н тоташтыра. А. — Ағиҙел й. пристань. Ҡалала Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалы, һөнәрселек лицейы, 2 дөйөм белем биреү мәктәбе, гимназия, 2 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, Өҫтәмә белем биреү үҙәге, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ; ҡала дауаханаһы, 2 китапхана, сиркәү, “Нур” мәсете бар. 3 халыҡ һәм 3 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Огни Агидели” гәз. сыға.

1980 й. БАССР‑ҙың Краснокама р‑нында Башҡ‑н АЭС‑ын төҙөгән ваҡытта эшселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына; А. эсенә Яңы Таҡталасыҡ аинә. 1984 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 1991 й. — ҡала. 1996—2003 йй. ирекле иҡтисади зона статусына эйә була. А. эргәһендә Иҫке Ҡабан торамаһы һәм Иҫке Ҡабан ҡәберлеге урынлашҡан.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018