ИҪКЕ НАДЕЖДИН, Надеждин, Благовещен р‑нындағы ауыл, Иҫке Надеждин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 50 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Чернояс й. (Уҫы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1172 кеше; 1920 — 1970; 1939 — 1461; 1959 — 840; 1989 — 660; 2002 — 573; 2010 — 525 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Өфө өйәҙендә Түбәнге Новгород губ. күсеп килеүселәр Надеждин исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Чернояз исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 122 йортта 779 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. ш. уҡ тимерлек, май һығыу з‑ды, керәндил оҫтаханаһы, 1 мануфактура һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.