ИҪКЕ МУСА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сыуалкип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 33 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Киҙәк й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2005 кеше; 1920 — 2294; 1939 — 1539; 1959 — 1187; 1989 — 677; 2002 — 619; 2010 — 578 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1741 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр Муса исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 179 йортта 1134 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. башында Яңы Муса а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. М.Ғәли ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке