ИҪКЕ МУЙНАҠ, Учалы р‑нындағы ауыл, Туңғатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Ҡорама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Уй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 612 кеше; 1920 — 220; 1939 — 375; 1959 — 305; 1989 — 251; 2002 — 283; 2010 — 237 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Барын‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Муйнаҡ (тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Муйнаҡ Рәсүлев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. аҙ. Малай‑Муйнаҡ яңы ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 32 йортта 142 кеше йәшәгән, 1866 й. 84 йортта — 516 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018