ИҪКЕ ҠОЛСОБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Тымбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 39 км һәм Загородная т. юл ст. 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 588 кеше; 1920 — 623; 1939 — 669; 1959 — 661; 1989 — 512; 2002 — 406; 2010 — 400 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1735 й. алып Ҡолсобай исеме м‑н билдәле. Яңы Ҡолсобай бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 57 йортта 343 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умартасылыҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. А.А.Андрианов, Г.А.Андреев, Г.З.Зәйниев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.