ИҪКЕ КҮЗӘК, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Ишле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 26 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Һарыйылға һәм Өйәҙән йй. (Өршәк й. басс.) араһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 824 кеше; 1920 — 1090; 1939 — 975; 1959 — 668; 1989— 468; 2002 — 443; 2010 — 362 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1710 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар Күзәк (тәүге төпләнеүсе Күзәк Бикмәтов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1782 й. Яңы Күзәк (20 б. 30‑сы йй. Әхмәр а. ҡушыла) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. И.К. (81 йортта 438 кеше йәшәгән; игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, һыу тирмәне булған) һәм Күзәк (30 йортта — 557 кеше; малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, һыу һәм ат тирмәне булған) аа. теркәлгән. 1906 й. был ике ауыл бергә Иҫке Күзәк булараҡ иҫәпкә алынған; мәсет, татар мәктәбе, 2 бакалея кибете, 7 мөгәзәй булған. 1920 й. И.К., 2‑се И.К. (Зәйет) һәм Зәйет аа. булараҡ теркәлгәндәр, һуңынан улар бергә иҫәпкә алына башланған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке