ИҪКЕ БАЙРАМҒОЛ, Әүешкүл, Учалы р‑нындағы ауыл, Туңғатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 65 км һәм Ҡорама т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Әүешкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 318 кеше; 1920 — 556; 1939 — 376; 1959 — 325; 1989 — 316; 2002 — 362; 2010 — 281 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Комсомол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1824 й. Троицк өйәҙе Ҡара‑ һәм Барын‑Табын улусы Мулдаҡай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Байрамғол (тәүге төпләнеүсе старшина ярҙамсыһы Байрамғол Ғәбделйәлилов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1866 й. 47 йортта 312 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. һыу тирмәне булған. 1900 й. мәсет теркәлгән. 20‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.

   Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.