АҘЫҠҮЛЕК СӘНӘҒӘТЕ, туҡланыу продукттары, ш. уҡ йыуыу саралары, парфюмерия-косметика һәм тәмәке изделиелары сығарыу б‑са сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. БР‑ҙа аҙыҡ‑тәм сәнәғәте, балыҡ сәнәғәте, ит сәнәғәте, май, сыр яһау һәм һөт сәнәғәтенән тора (ҡара: табл.). Өфөлә А.‑т.с. 19 б. 50‑се йй. аҙ. үҫешә башлай; 1857 й. 1 сәнәғәт пр‑тиеһы эшләй; 1861 — 3; 1879 — 14; 1890 — 7; 1900 — 6. 1890 й. ҡарата А.‑т.с. етештереү күләме 10 тапҡырға тиерлек (1861 й. м‑н сағыштырғанда) арта; был күрһәткес б‑са (1900 й. 50,8 %) А.‑т.с. 1‑се урынды биләй. 1913 й. 55 аҙыҡ‑түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиеһы эшләй. 2004 й. А.‑т.с. 1194 пр‑тие һәм производствонан тора, шуларҙың иң эреләре “Башспирт”, Өфө ит-консерва комбинаты, “Уфамолагропром”, “Шихан”. Етештереү күләменең 4,9%‑ы А.‑т.с. өлөшөнә тура килә; 28,7 меңгә яҡын кеше эшләй. Респ. колбаса, араҡы һәм ликёр‑араҡы изделиелары етештереү б‑са РФ‑та 7‑се урынды биләй (2009). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла.

И.В.Лаврешина

Текст на русском языке

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018