ИҪКЕ КИҘГӘН, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 759 кеше; 1920 — 807; 1939 — 668; 1959 — 503; 1989 — 281; 2002 — 215; 2010 — 157 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Киҙгән төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1671 й. билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са сыуаштар килеп урынлаша). Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) күсенә. 1795 й. 25 йортта 149 кеше йәшәгән, 1865 й. 81 йортта — 515 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.