ИҪКЕ КӘҢГЕШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 13 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 122 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 652 кеше; 1920 — 844; 1939 — 1004; 1959 — 740; 1989 — 434; 2002 — 393; 2010 — 363 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1732 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1723 й.) Кәңгеш исеме м‑н билдәле. 19 б. уртаһында Яңы Кәңгеш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1859 й. 47 йортта 264 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. В.С.Мирзаянов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.