ИҪКЕ АТНАҒОЛ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мәүлит а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 145 км алыҫлыҡта Оло Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 482 кеше; 1920 — 569; 1939 — 339; 1959 — 316; 1989 — 223; 2002 — 147; 2010 — 83 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1715 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Атнағол (тәүге төпләнеүсе Атнағол Иштирәков исеменән) исеме м‑н типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 32 йортта 214 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башында Яңы Атнағол бүлендек ауылы (70‑се йй. тиклем була) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.