ИҪКЕ АРЫҪЛАНБӘК, Туймазы р-нындағы ауыл, Сәйрән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 47 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1090 кеше; 1920 — 555; 1939 — 430; 1959 — 264; 1989 — 136; 2002 — 118; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыбау улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Арыҫланбәк исеме м‑н нигеҙ һала, 1758 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша). 1781 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп ултыра. 1795 й. 15 йортта 98 кеше йәшәгән, 1865 й. 85 йортта — 448 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, балта эштәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Ҡыбау, Бигәнәш исемдәре м‑н теркәлгән. 20 б. башында Яңы Арыҫланбәк а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ‑башҡорт мәктәбе, күн заводы, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.Ҡ.Сөләймәнов, Р.М.Төхвәтуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018