ИҪКЕ ҠАЙПАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бүл-Ҡайпан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Инеш й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 659 кеше; 1920 — 765; 1939 — 667; 1959 — 532; 1989 — 454; 2002 — 408; 2010 — 357 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1710 й. алып Ҡайпан исеме м‑н билдәле. 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 18 б. уртаһында Яңы Ҡайпан а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 38 йортта 85 кеше йәшәгән, 1865 й. 84 йортта — 420 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Әлетдин Биктуғанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018