ИҪКЕ АҠБУЛАТ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Аҡбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 6 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 125 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 176 кеше; 1920 — 241; 1939 — 355; 1959 — 305; 1989 — 172; 2002 — 167; 2010 — 151 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1673 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар Аҡбулат исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Айбулат булараҡ теркәлгән. 19 б. 1‑се ярт. Яңы Аҡбулат бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 13 йортта 76 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.