ИҪКЕ ӘПСӘЛӘМ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Өршәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 903 кеше; 1920 — 1296; 1939 — 1172; 1959 — 702; 1989 — 498; 2002 — 541; 2010 — 433 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1817 й. керҙәшлек килешеүе б‑са хеҙмәтле татарҙар Әпсәләм исеме (тәүге төпләнеүсе Әбделсәләм Әҙелшин исеменән) м‑н нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр, хеҙмәтле һәм яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. Шулай уҡ Абдул исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 12 йортта 88 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сауҙа м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет (19 б. аҙ. уның эргәһендә мәктәп эшләгән), бакалея кибете, мөгәзәй булған. 30‑сы йй. Яңы Әпсәләм бүлендек ауылы (90‑сы йй. тиклем була) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ауылда Ғ.Сөләймәнов йәшәгән; С.М.Сөләймәнов ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке