ИҪКЕ МОРТАЗА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Ҡарасайылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Ҡарамалы һәм Һарыш йй. (Сәрмәсән й. ҡушылдыҡтары) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 301 кеше; 1920 — 376; 1939 — 419; 1959 — 219; 1989 — 132; 2002 — 138; 2010 — 133 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са хеҙмәтле татарҙар Мортаза исеме (тәүге төпләнеүсе Мортаза Ҡабышев исеменән) м‑н нигеҙ һала. 1740 й. бында ш. уҡ шарттарҙа — мишәрҙәр, 1765 й. типтәрҙәр күсеп ултыра. 1865 й. 30 йортта 144 кеше йәшәгән. Игенселек, итек тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. И.М. мишәрҙәре Абушахман ауылына (хәҙ. Саҡмағош р‑ны Яңы Мортаза а.) нигеҙ һалғандан һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет, мөгәзәй булған. Ә.Т.Ғилметдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018