ИҪКЕ БУРА, Краснокама р-нындағы ауыл, Яңы Бура а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 57 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Үле Танып й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 483 кеше; 1920 — 471; 1939 — 213; 1959 — 293; 1989 — 210; 2002 — 224; 2010 — 251 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1693 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) Бура исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. уртаһында бында ш. уҡ шарттарҙа удмурттар килеп ултыра. 1795 й. 33 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 31 йортта — 183 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. Яңы Бура бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018