ИҪКЕ ТУРБАҪЛЫ, ауыл, 1997 й. алып Өфө составында, Турбаҫлы а/с үҙәге. Өфөнән Т. 25 км һәм Черниковка т. юл ст. Т. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 749 кеше; 1920 — 1074; 1939 — 720; 1959 — 760; 1989 — 966; 2002 — 1062; 2010 — 1395 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1700 й. алып Турбаҫлы исеме м‑н билдәле. 18 б. 60—80‑се йй. бында Минзәлә өйәҙенән керҙәш башҡорттар килеп урынлаша. 19 б. уртаһында Яңы Турбаҫлы а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 6 йортта 51 кеше йәшәгән, 1865 й. 70 йортта — 401 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, септә һуғыу, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй, 4 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018