ИҪКЕ ИЛЕК, Благовещен р‑нындағы ауыл, Илек а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 44 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1515 кеше; 1920 — 1857; 1939 — 1017; 1959 — 731; 1989 — 485; 2002 — 422; 2010 — 356 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Өфө өйәҙендә типтәрҙәр Илек исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 98 йортта 709 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, урыҫ‑башҡ. уч‑щеһы, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башында Яңы Илек бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ф.В.Шәйнуров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.