ИШТИРӘК, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡарабаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 119 км алыҫлыҡта Көрпә й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1289 кеше; 1920 — 1670; 1939 — 1266; 1959 — 839; 1989 — 556; 2002 — 552; 2010 — 492 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 18 б. ш. уҡ даруғаның Бүләр улусы башҡорттары м‑н керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар төпләнә, керҙәш башҡорттар (һуңынан улар бөтәһе лә типтәрҙәр ҡатламына күсә) ҙа йәшәй. 1795 й. 6 йортта 132 кеше йәшәгән, 1865 й. 174 йортта — 894 кеше. Малс‑ҡ, игенселек һәм умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов



Текст на русском языке