ИШМЫРҘА, Йүкәләр, Баймаҡ р-нындағы ауыл, Ишмырҙа а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 22 км һәм Сибай т. юл ст. 63 км алыҫлыҡта Көҙәнйылға (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 432; 1939 — 444; 1959 — 624; 1989 — 938; 2002 — 911; 2010 — 806 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. — 19 б. 1‑се ярт. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Әптекәй (Әбдекәй) а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе йорт старшинаһы ярҙамсыһы Ишмырҙа Бүлтерәков исеме м‑н аталған. 1866 й. И. (Йүкәләр) исеме м‑н теркәлгән, 47 йортта 244 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ә.Ҡ.Йәнбәков, Р.Н.Тотманов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке