ИШЛЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Ишле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1136 кеше; 1920 — 1588; 1939 — 1563; 1959 — 1216; 1989 — 1035; 2002 — 1108; 2010 — 884 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Өйәҙән” татар халыҡ театры), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет- Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1747 й. керҙәшлек килешеүе (1765 й. төҙөлгән) б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1783 й. бында яһаҡлы татарҙар, 1795 й. Түбәнге Новгород наместниклығы Сергач өйәҙенән күсеп килгән хеҙмәтле татарҙар теркәлгән. 1865 й. И. исеме м‑н 2 ауыл теркәлгән: береһендә 93 йортта 767 кеше (игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған) йәшәгән, икенсеһендә 48 йортта — 608 кеше (игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, почта станцияһы булған). 19 б. аҙ. был ауылдар бергә иҫәпкә алына. 1906 й. 2 мәсет, земство дауаханаһы, сауҙа рәттәре, 4 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1920 й. И. (1‑се һәм 2‑се Ишле) булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. ауыл 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалынған Ишле дауаханаһы һәм Ишле МТС‑ы ҡасабалары м‑н ҡушыла. Ә.Ф.Зөбәйеров, Ғ.Ғ.Сафин ошо ауылда тыуған.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке