ИШҠОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Рауил а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 710 кеше; 1920 — 853; 1939 — 491; 1959 — 621; 1989 — 1053; 2002 — 1080; 2010 — 1257 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1789 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе сотник Ишҡол Әбделмәнов исеме м‑н аталған. 1795 й. 45 йортта 296 кеше йәшәгән, 1866 й. 119 йортта — 626 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ауыл эргәһендә Ишҡол ҡурғандары һәм Атауҙы күле урынлашҡан. Л.Ә.Зәйнуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке