ИҪКЕ ИҘЕЛБАЙ, ауыл, 1955 й. алып Баймаҡ ҡ. эсендә.

Ауылға 1816 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусының Мерәҫ а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Әбделмөҡмин исеме (тәүге төпләнеүсе урядник Әбделмөҡмин Иҙелбаев исеменән) м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Ғәбделмөҡмин, Илсебай исемдәре м‑н теркәлгән. 1866 й. 26 йортта 162 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. И.И. булараҡ теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 277 кеше; 1920 й. — 457; 1939 — 50 кеше. Н.Иҙелбай ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.