ИҪКЕ СОБХАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Собханғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 597 кеше; 1920 — 666; 1939 — 507; 1959 — 428; 1989 — 310; 2002 — 386; 2010 — 784 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Собханғол исеме м‑н нигеҙ һала, 1740 й. (типтәрҙәрҙең керҙәшлек датаһы) алып билдәле. 1780 й. ш. уҡ шарттарҙа бында типтәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп ултыра. Шулай уҡ Зайкин, Егетәк, Смайкин булараҡ теркәлгән. 1795 й. 30 йортта 192 кеше йәшәгән, 1865 й. 40 йортта — 392 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 2008 й. хәҙ. исемен ала. Р.Т.Әйүпов, М.Н.Ғәлләмов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018