ИҪКЕ БҮРЕС, Нуриман р‑нындағы ауыл, Иҫке Бәҙәй а/с ҡарай. РаРайон үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 58 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 679 кеше; 1920 — 998; 1939 — 1113; 1959 — 634; 1989 — 300; 2002 — 222; 2010 — 193 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1681 й. алып Бүрес исеме м‑н билдәле. 1711 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында — Себер даруғаһы Һалйот улусының керҙәш башҡорттары, 1731 й. — яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә), 1773 й. мишәрҙәр күсеп ултырған. 18 б. аҙ. Яңы Бүрес бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 13 йортта 79 кеше йәшәгән, 1865 й. 47 йортта — 259 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, балта эше, сана, тәгәрмәс, туғын яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке