ИҪКЕ БӘШИР, Саҡмағош р-нындағы ауыл, Бәшир а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Cәүәҙе й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 577 кеше; 1920 — 744; 1939 — 639; 1959 — 566; 1989 — 444; 2002 — 475; 2010 — 470 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1779 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Тамбов һәм Пенза губ. килгән хеҙмәтле татарҙар Бәшир (тәүге төпләнеүсе Бәшир Мөрсәлимов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1788 й. бында шул уҡ шарттарҙа мишәрҙәр күсеп ултыра. 1865 й. 43 йортта 261 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. 1814 й. Яңы Бәшир бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. Ғ.Х.Латипов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.