ИҪКЕ БАЛБЫҠ, Балбыҡ, Учалы р‑нындағы ауыл, Туңғатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Ҡорама т. юл ст. Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Уй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 210 кеше; 1920 — 332; 1939 — 275; 1959 — 276; 1989 — 195; 2002 — 222; 2010 — 166 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Балбыҡ исеме м‑н нигеҙ һала, 1776 й. алып билдәле. 1866 й. 37 йортта 362 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет булған. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә (19 б. уртаһында — 20 б. 60‑сы йй. Яңы Балбыҡ а. булған).

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018