ИҪКЕ БАЙЫШ, Дүртөйлө р-нындағы ауыл, Иҫке Байыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 141 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 657 кеше; 1920 — 882; 1939 — 1164; 1959 — 803; 1989 — 476; 2002 — 548; 2010 — 631 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, спорт клубы, оло йәштәге кешеләр һәм инвалидтар өсөн интернат йорто, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусының Әкәнәй а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1780 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1704 й. алып) Байыш (тәүге төпләнеүсе Байыш Рәсмәкәйев исеменән) исеме м‑н билдәле. 18 б. аҙ. шулай уҡ мишәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар иҫәпкә алынған. 1795 й. 26 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 й. 94 йортта — 551 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Байыш бүлендек ауылы (хәҙ. Бөрө р‑ны) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. Ә.Ғ.Ғүмәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018