ИШЕМ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 46 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 118 км алыҫлыҡта Әзәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 522 кеше; 1920 — 537; 1939 — 321; 1959 — 314; 1989 — 218; 2002 — 215; 2010 — 193 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Унлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1744 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1865 й. 56 йортта 366 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, 2 бакалея кибете булған. И.И.Ишкинин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.