ИШЕМ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 231 кеше; 1920 – 231; 1939 – 351; 1959 – 295; 1989 – 157; 2002 – 106; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Әрмет‑Рәхим төп мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1778 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1783 й. 1011 кеше йәшәгән. 1803 й. бында шул уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп урынлашҡан, 1834 й. ш. уҡ бобылдәр теркәлгән. 1865 й. 16 йортта 148 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре, ылаусылыҡ м-н шөғөлләнгәндәр, заводтарҙа эшләгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Р.Н.Ҡотошев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.