ИШЕЙ, Баймаҡ р-нындағы ауыл, Темәс а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.- Көнб. табан 75 км һәм Сибай т. юл ст. 130 км алыҫлыҡта Күркәтау й. (Ҡана й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 179 кеше; 1959 — 611; 1989 — 572; 2002 — 363; 2010 — 326 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Темәс урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. — 20 б. башында Орск өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Ҡананикольский а. (хәҙ. Йылайыр р‑ны) кешеләре утар булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 21 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. статусын ала.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018