ИШБУЛДЫ, Ахай, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Хәлил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 32 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 378 кеше; 1920 — 677; 1939 — 380; 1959 — 314; 1989 — 411; 2002 — 555; 2010 — 539 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (20 йортта 105 кеше иҫәпкә алынған). Старшина ярҙамсыһы Ишбулды Бикҡужин исеме м‑н аталған. 1866 й. 39 йортта 232 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ф.М.Ғүмәрова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.