ИШБИРҘЕ, Күгәрсен р-нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Инәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 442 кеше; 1920 — 980; 1939 — 848; 1959 — 705; 1989 — 233; 2002 — 224; 2010 — 150 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сапыҡ төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур өйәҙендә Ишбирҙе утары булараҡ мишәрҙәр нигеҙ һала. 1891 й. 63 йортта 357 кеше йәшәгән. 20 б. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018