ИШБИРҘЕ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 56 км һәм Сибай т. юл ст. 97 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 278 кеше; 1920 — 386; 1939 — 299; 1959 — 465; 1989 — 719; 2002 — 679; 2010 — 638 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Иҙрис а. (хәҙ. Үрге Иҙрис а.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Түңгәүер улусы Ҡыуат а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1811 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й. алып) билдәле. Йорт старшинаһы Ишбирҙе Мөхәмәтшәрипов исеме м‑н аталған. 1866 й. 30 йортта 258 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән. М.Х.Иҙелбаев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018