ИТҠОЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Әртәкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.- Көнб. 53 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 72 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 266 кеше; 1920 — 328; 1939 — 325; 1959 — 244; 1989 — 75; 2002 — 104; 2010 — 101 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар.

18 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Әртәкүл а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1865 й. 16 йортта 77 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. тимерлек, май һығыу з‑ды теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке