ИСМӘҒИЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Исмәғил а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1246 кеше; 1920 — 1629; 1939 — 1338; 1959 — 1021; 1989 — 797; 2002 — 828; 2010 — 918 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарынан алпауыт Левашов купчий ҡағыҙы (1812 й. теркәлгән) б‑са һатып алған ерҙәрҙә Боғорослан өйәҙенең Ҡотломбәт һәм Минзәлә өйәҙенең Дүсмәт аа. яһаҡлы татарҙары нигеҙ һала; 1795 й. алып Үҙәнбаш исеме м‑н билдәле (35 кеше иҫәпкә алынған). Шул уҡ ваҡытта бында Түб. Новгород наместниклығының Сергач өйәҙенән хеҙмәтле татарҙар күсеп килә. 1865 й. (хәҙ. исем м‑н) 135 йортта 1088 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. Н.М.Ғөбәйҙуллин ошо ауылда тыуған.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке