ИСҠУШТЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/с ҡарай.  Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 140 км һәм Ҡытау‑Ивановка т. юл ст. (Cиләбе өлк.) К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Исҡушты й. (Ләмәҙ й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 165 кеше; 1959 — 276; 1989 — 417; 2002 — 283; 2010 — 195 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалына. 1953 й. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. ауыл статусына күсерелә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018