ИҪКЕ ЯППАР, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 411 кеше; 1920 — 639; 1939 — 485; 1959 — 387; 1989 — 271; 2002 — 260; 2010 — 242 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡаҙанғол урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып Яппар исеме м‑н билдәле (тәүге төпләнеүсенең исеме, уның улы Көҙәш Яппаров билдәле). 1770 й. һәм 1827 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында керҙәш башҡорттар килеп ултырған. 1795 й. 36 йортта 237 кеше йәшәгән, 1865 й. 145 йортта — 724 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, арба тәгәрмәстәре һәм туғындары яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 19 б. 2‑се ярт. Яңы Яппар бүлендек а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018