ИҪКЕ ЯМУРҘА, Тәпәреш, Балтас р‑нындағы ауыл, Һәйтәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 79 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 524 кеше; 1920 — 474; 1939 — 345; 1959 — 319; 1989 — 168; 2002 — 189; 2010 — 162 кеше. Мариҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1746 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) Ямурҙа исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 79 йортта 439 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, шарап һәм бакалея кибеттәре теркәлгән. 19 б. ярт. хәҙ. исемен йөрөтә. Шулай уҡ Тәпәриш, Иҫке Тәпәриш, Иҫке Төпәриш булараҡ теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018