АҒАСТАН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК-ЯРАҒЫ, бөтөн үҙағас, тамыр, оро, туҙ (ҡара: Туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы), йүкә һәм тал (ҡара: Үреү), ҡабыҡ һәм ҡайырҙан яһалған йорт кәрәк-ярағы. Башҡорттар ҡайын, йүкә, өйәңке, уҫаҡ, имәнде файҙаланған. Әҙерләмәне аталғы, бәлйә, өңгөс, ағас сүкеш, сапҡы, ҡыйғаҡ һ.б. м‑н эшкәрткәндәр; йөҙ яғын шымартыу өсөн кәкре йышҡы, йомро йышҡы, юнғыс ҡулланғандар. Тотош соҡоп, алынмалы төплө соҡоп, сигәләп яһалған А.э.ө.к.-я. айырыла. Тотош соҡоп яһалған А.э.ө.к.-я. ҡайын йәки өйәңке ороһонан, ҡайын тамырынан һәм йүкә олононан эшләнгән. Төрлө ҙурлыҡтағы һәм тәғәйенләнештәге һауыттар киң таралған: уртаса ҙурлыҡтағы һай һәм тәрәндәре (ашлау, аяҡ, табаҡ) көндәлек тормошта, ҙурҙары (ҡоштабаҡ, кәрһән, ҙур табаҡ, оло табаҡ, сара) башлыса байрам табыны өсөн тотонолған. Бал, буҙа, ҡымыҙ һ.б. эсемлектәр өсөн тәрән һауыттар (алғыр, күбәтә, сеүәтә), касалар (туҫтаҡ, тәгәс) һәм сүмес (ижау) файҙаланылған. Соҡоп яһалған һелкәүес, ониләүес он иләү һәм ҡамыр баҫыу өсөн; ялғаш — ит сабыу өсөн, ҙурҙары — кер йыуыу, ҡош-ҡорт һәм мал ашатыу өсөн; киле — тары һыҙырыу һәм кипкән ашлыҡты төйөү өсөн ҡулланылған. Алынмалы төплө һауыт-һабаны йүкә, уҫаҡ, ҡайындан соҡоп яһағандар. Әҙерләмәне олондан яһағандар, уртаһындағы үҙәген яндырғандар, соҡоп алғандар, әҙер цилиндрҙы быуҙа тотоп йомшартҡандар һәм сағандан эшләнгән түңәрәк төп индереп ултыртҡандар. Ҡул м‑н һыу, һөт, айран ташыу, бал, еләк йыйыу өсөн сүс, ат ҡылынан үрелгән тотҡос ҡуйылған тура биҙрәләр (күнәк, силәк); май, ҡаймаҡ, тоҙ һаҡлау өсөн күнәсек; ҡымыҙ әҙерләү, май бешеү өсөн тар бейек һауыттар (гөбө, көбө, көбөсәк); он һәм ашлыҡ һаҡлау, ит тоҙлау, әсегән һөт йыйыу өсөн сапсаҡ һәм тәпәндәр; ҡымыҙ һәм бал эсеү өсөн тәпән, көрәгә, батмандарҙы һ.б. хужалыҡ кәрәк-ярағын ошо рәүешле яһағандар. Сигәләп эшләнгән әйберҙәр эшләү киң таралмаған, нигеҙҙә, имән һәм уҫаҡтан ҡорама, муйылдан ҡоршау эшләгәндәр. 19 б. 2‑се ярт. әсегән һөт ризыҡтары әҙерләү һәм һаҡлау, һыу тултырыу өсөн файҙаланылған сигәләп яһалған сапсаҡтар, мискәләр, бучкәләр; икмәк силәге, һыу, һөт өсөн ағас биҙрәләр һ.б. Урал аръяғында осраған. Башҡортостандың тау-урман райондарында ҡайын, ҡарама, йүкә һ.б. ағастарҙың ҡайырынан һәм ҡабығынан эшләнгән әйберҙәр файҙаланылған. Ҡабыҡты һыҙырып алғандар, ебеткәндәр һәм, кәрәк форма биреп, бөккәндәр. Әҙерләмәнең ситтәрен ат ҡылы йәки йүкә м‑н теккәндәр, өҫ яғын муйыл ҡоршау м‑н нығытҡандар. Селтәре ат ҡылынан эшләнгән иләк; еләк йыйыу өсөн артмаҡ һауыттар; он, ашлыҡ, ҡорот һаҡлау өсөн күнәк, сапсаҡ; ҡорот йыйыу, аҙыҡ-түлек ташыу өсөн тәрән һауыттар — тубал, мәрке; эремсек һыуытыу һәм һөҙөү өсөн дүрт мөйөшлө тәпәш һауыттар — тәгәс, алап, ҡулаша һ.б. яһағандар. А.э.ө.к.-я. геометрик, сәскә-үҫемлек, ҡояш орнаменты м‑н биҙәгәндәр. А.э.ө.к.‑я. хужалыҡта һәм көнкүрештә киң ҡулланылған. Байрам табындарында, туй йолаларын башҡарғанда бай итеп биҙәлгән ижау, тәпән һәм ҡапҡаслы көрәгәләр (кейәү һәм кәләштең туй бүләгенә ингән) һ.б. айырым урын биләгән. А.э.ө.к.‑я. Башҡортостандың урман һәм тау-урман райондарында киң таралған.

Әҙәб.: Шитова С.Н. Башкирская деревянная утварь (опыт классификации и типологической характеристики) //Хозяйство и культура башкир в XIX — начале XX в. М., 1979.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018