ИҪКЕ ШӘРИП, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Соколовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 225 кеше; 1920 — 215; 1939 — 208; 1959 — 195; 1989 — 130; 2002 — 104; 2010 — 126 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттары (һуңынан үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә кире әйләнеп ҡайталар) нигеҙ һала, 1780 й. алып Шәрип (Бөрйән улусы старшинаһы Шәрип Ҡаҙансыев исеме) булараҡ билдәле. 1808 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 33 йортта 157 кеше (типтәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. 32 йортта — 189 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. башында Яңы Шәрип бүлендек а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.