ИҪКЕ ШӘРӘШЛЕ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Шәрәшле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 81 км алыҫлыҡта Шәрәшле й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1220 кеше; 1920 — 1278; 1939 — 986; 1959 — 811; 1989 — 492; 2002 — 463; 2010 — 410 кеше. Керәшендәр, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә дәүләт крәҫтиәндәре Шәрәшле исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 130 йортта 968 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, тегенселек эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, тимерлек, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ ылаусылыҡ булған. 20 б. башында Яңы Шәрәшле бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. М.П.Петров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке