ИҪКЕ ҮҘМӘШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 66 км алыҫлыҡта Кесе йылға (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 781 кеше; 1920 — 930; 1939 — 812; 1959 — 543; 1989 — 173; 2002 — 151; 2010 — 122 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1745 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр Үҙмәш исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 66 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 68 йортта — 468 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 19 б. башында Яңы Үҙмәш а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018