ИҪКЕ ТУҠМАҠЛЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 63 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1263 кеше; 1920 — 1992; 1939 — 2069; 1959 — 1209; 1989 — 769; 2002 — 734; 2010 — 728 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Туҡмаҡлы исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Тоҡмаҡлы, Ҡошмаҡлы булараҡ теркәлгән. 1730 й. һәм 1811 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында — Пенза провинцияһынан яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә), 1711 й. килешеү б‑са — мишәрҙәр, 1811 й. килешеү б‑са дәүләт крәҫтиәндәре күсеп ултыра. 1795 й. 106 йортта 720 кеше йәшәгән, 1865 й. 260 йортта — 1551 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 8 кибет булған. 19 б. 2‑се ярт. Яңы Туҡмаҡлы бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. 3 мәсет, 3 бакалея һәм 4 мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.М.Мөҙәрисов, Ғ.Ғ.Мөфтиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.