ИҪКЕ СОБХАНҒОЛ, Алағуян тамағы, ауыл, Бөрйән р‑ны (1935–63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Иҫке Собханғол а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 330 км һәм Белорет т. юл ст. К.-Көнб. табан 145 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Ҡағы—Иҫке Собханғол, Йылайыр— Ҡананикольский—Иҫке Собханғол, Иҫке Собханғол—Мораҡ автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 0,3; 1920 — 0,4; 1939 — 1,5; 1959 — 2,4; 1989 — 3,6; 2002 — 4,3; 2010 — 4,6. Башҡорттар йәшәй (2002). Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы, урман хужалығы, юл төҙөү‑ремонтлау идаралығы эшләй. ПУ, урта һәм төп мәктәптәр, 2 башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, балалар сәнғәт мәктәбе, 2 балалар баҡсаһы, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, район мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр халыҡ коллективы, ш. иҫ. “Мәсемташ” коллективы), мәҙәниәт йорто, балалар китапханаһы, Сәғитов М. музейы, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Этҡол а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1756 й. алып Собханғол (тәүге төпләнеүсе Собханғол Килдекәев исеменән) утары булараҡ билдәле. Икенсе исеме гидронимдан алынған. Шулай уҡ Лукъянтамаҡ, Көрпөсәк булараҡ теркәлгән. 1795 й. 14 йортта 92 кеше йәшәгән, 1866 й. 30 йортта — 189 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. уртаһында Яңы Собханғол бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен һәм статусын ала. З.М.Ғафурова, а.И.Ғәбитов, Ю.Х.Ғәзизов, Р.Ф.Маликов, Т.М.Рогожникова, М.М.Сәғитов, Ә.М.Юлсурина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке