ИҪКЕ СИБАЙ, Баймаҡ р-нындағы ауыл, Сибай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡарағайлы й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 840 кеше; 1920 — 1153; 1939 — 995; 1959 — 1152; 1989 — 1948; 2002 — 2209; 2010 — 2746 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Атайсал исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. аҙ. Сибай (ауыл кешеләренең береһе Сибай Тәнәкәев исеменән) исеме м‑н теркәлә. 1798— 1831 йй. 6‑сы башҡ. кантоны үҙәге була. 19 б. уртаһында Яңы Сибай бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 30 йортта 180 кеше йәшәгән, 1866 й. 146 йортта — 783 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. Ш.У.Сибаев, Ғ.Ғ.Яҡупов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.