ИҪКЕ ПЕТРОВ, Бөрө р-нындағы ауыл, Иҫке Петров а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 625 кеше; 1920 — 657; 1939 — 691; 1959 — 415; 1989 — 208; 2002 — 214; 2010 — 216 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1765 й. алып Петров исеме м‑н билдәле. 18 б. аҙ. Яңы Петров бүлендек а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 104 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 60 йортта — 357 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 тимерлек, 1 мануфактура һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. А.Н.Дегтярёв, Г.П.Ширяева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018