ИҪКЕ ҺЫННЫ, Благовар р-нындағы ауыл, Первомайск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Һынны й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө— Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 941 кеше; 1920 — 909; 1939 — 630; 1959 — 399; 1989 — 416; 2002 — 345; 2010 — 417 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Первомайск урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Илсембәт исеме м‑н нигеҙ һала, 1740 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Мырҙаҡай Илсембәтов билдәле. 19 б. 1‑се ярт. 1778 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һалған Һынны а. м‑н ҡушыла һәм уға Һынны‑Илсембәт исеме бирелә. 1865 й. 97 йортта 554 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне, сауҙа кибеттәре булған. 1906 й. Һынны исеме м‑н теркәлгән; мәсет, министрлыҡ мәктәбе булған. 20 б. башында Яңы Һынны (80‑се йй. юҡҡа сыға) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. М.И.Дәүләтбаев, Ә.Ш.Дәүләтҡолова, Н.Х.Сәғитов, Ғ.У.Усманов, В.Х.Хангилдин, У.Хөсни ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке